

Был мәғлүмәттәр Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенән алынған. Стәрлетамаҡ районы Ҡырмыҫҡалы ауылындағы шәхси хужалыҡта сусҡа малы билдәһеҙ сирҙән вафат булған. Тикшереүҙәр малда африка тағуны сирененең билдәләрен теркәгән. Материалдар мал сәләмәтлеген һаҡлау федераль үҙәгенә иҫбатлауға ебәрелгән.
Ведомствонан алынған мәғлүмәттәр буйынса был вирусҡа ҡаршы ҡабул ителгән саралар арҡаһында респбуликала африка тағуны теркәлгәне юҡ ине. Был ошо йылдар эсендә тәүге осраҡ.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса зарарланыу сығанағы булып ҡулланыу мөҙҙәте үткән аҙыҡ һәм туҡланыу ҡалдыҡтары тора. Әлеге мәлдә белгестәр инфекция сыҡҡан урынды таҙарта, таралмауға саралар ҡабул итә.