+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
26 Января 2022, 14:39

Ковид һеҙҙә беленмәйенсә йәки еңел рәүештә үтә икән...

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ковидты билдәләрһеҙ йәки еңел рәүештә үткәреүселәргә һәм киҫкен респиратор вируслы инфекциялар менән ауырыусыларға кәңәштәр йыйылмаһы сығарҙы.

Ковид һеҙҙә беленмәйенсә йәки еңел рәүештә үтә икән...Ковид һеҙҙә беленмәйенсә йәки еңел рәүештә үтә икән...
Ковид һеҙҙә беленмәйенсә йәки еңел рәүештә үтә икән...

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ковидты билдәләрһеҙ йәки еңел рәүештә үткәреүселәргә һәм киҫкен респиратор вируслы инфекциялар менән ауырыусыларға кәңәштәр йыйылмаһы сығарҙы. Йыйылмала граждандарҙың төрлө төркөмдәре, шулай уҡ балалар өсөн айырым кәңәштәр тупланған.

Мәҫәлән, прививка яһатҡан һәм ревакцинация үткән кешеләргә һәм сирҙе ярты йыл элек уҙғарыусыларға (әгәр анализ һөҙөмтәһе ыңғай булһа, сир билдәләре беленмәһә һәм хәүеф төркөмөнә ҡарамаһағыҙ):

 – дауаланыу талап ителмәй;

 – больничный алырға мөмкин;

 – үҙизоляцияла булыу һәм тәүлегенә кәмендә өс тапҡыр температураны үлсәү мөһим.

Әгәр инфекция билдәләре тойолһа һәм һеҙ хәүеф төркөмөнә инһәгеҙ (60 йәштән өлкәнерәк булһағыҙ, хроник сирҙәр менән ауырыһағыҙ, артыҡ ауырлығығыҙ бар икән):

– өйҙә ҡалығыҙ, ғаиләгеҙҙең башҡа ағзалары менән мөмкин ҡәҙәр аралашмаҫҡа тырышып, айырым бүлмәлә тороғоҙ;

– больничныйға сығығыҙ;

– йортоғоҙҙо елләтеп тороғоҙ;

– йыш эсергә кәрәклеген иҫтә тотоғоҙ;

– тәүлегенә кәмендә өс тапҡыр температурағыҙҙы үлсәгеҙ;

– мөмкин булһа, көнөнә ике тапҡыр пульсоксиметр менән сатурацияны үлсәгеҙ (нормаль күрһәткестәр 95-96 проценттан да түбән түгел);

 – дауалау – сир билдәләренә ҡарап, әммә үҙ аллы рәүештә антибиотиктар ҡабул итергә ярамай.

Хәлегеҙ насарайһа, 122 номеры буйынса белгес менән кәңәшләшергә йәки ашығыс ярҙам саҡыртырға кәрәк.

Прививка яһатмағандар һәм инфекцияны үткәрмәгәндәр өсөн төп кәңәштәр: (киҙеүҙең теләһә ҡайһы билдәһе булған осраҡтарҙа, ковидҡа анализ ыңғай булғанда – уның билдәләре беленеү-беленмәүгә ҡарамаҫтан):

 – өйҙә ҡалырға;

 – 122 хеҙмәтенә шылтыратырға:

 – хәл насарайғанда ашығыс ярҙам саҡыртырға.

Әгәр бала сирләп китһә:

– уны өйҙә ҡалдырырға һәм табип саҡыртырға;

– үҙ белдегең менән дауаламаҫҡа;

– баланың хәле насарайғанда ашығыс ярҙам саҡыртырға.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы шулай уҡ быға тиклемге һаҡланыу сараларын күҙәтеүҙе дауам итергә – битлек кейергә, социаль дистанцияны тоторға, ҡулдарҙы йыуып, антисептиктар менән эшкәртеп йөрөргә, халыҡ күп йыйылған урындарҙа булмаҫҡа тырышырға кәңәш итә.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас