

Башҡортостан хөкүмәте ултырышында Өфөнөң торлаҡ- коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы күтәреү буйынса ҡабул ителгән саралар хаҡында һөйләшеү булды. Урамдарҙы, ихаталарҙы, юлдарҙы ҡарҙан таҙартыуға бәйле килеп тыуған ҡыйынлыҡтар был өлкәлә проблемаларҙың күп булыуын күрһәтте.
Хөкүмәт премьер- министры Андрей Назаров билдәләүенсә, ҡала урамдарында үҙ ваҡытында таҙартылмаған ҡар өйөмдәре транспорттың йөрөүөндә, ихаталарҙан ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуҙа етди проблемалар тыуҙырҙы. Республика Башлығы Радий Хәбиров та Өфө таҙа ҡала булырға тейеш тигән йөкләмә ҡуйған.
Кәңәшмәлә ҡабул ителгән саралар хаҡында Өфө ҡала округы хакимиәте башлығы Сергей Греков сығыш яһаны. Ул тармаҡта эшсе кадрҙарҙың етмәүен таныны. Башлыса Өфөнөң торлаҡ- коммуналь хужалыҡтарына водителдәр, механизаторҙар, юл эшселәре талап ителә.
Сергей Греков дөйөм хәлде еңеләйтеү өсөн индерелгән үҙгәрештәр хаҡында билдәләне. Мәҫәлән, водителдәр, механизаторҙарҙың эш хаҡы тарифҡа ҡарата 75, ә юл эшселәрҙеке 14% артасаҡ. Шулай уҡ был категорияға айлыҡ премиялар 100% күтәрелгән. Водитель һәм механизаторҙарҙың иң бәләкәй эш хаҡы 45 меңдән ашыу, ә көсөргәнешлек менән эшләгән көндәрҙә 60 меңгә барып баҫасаҡ. Йәйге көндәрҙә ул ҡышҡыға ҡарағанда 20 % түбәнерәк буласаҡ.