+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Һуңғы яңылыҡтар
25 Ғинуар 2022, 23:34

“Прививка яһатмаған балалар өсөн сикләүҙәр индерелмәй”

“Прививка һалдырмаған балалар өсөн ниндәйҙер сикләүҙәр индерелмәй”, – тине мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған брифингта.

“Прививка яһатмаған балалар өсөн сикләүҙәр индерелмәй”
“Прививка яһатмаған балалар өсөн сикләүҙәр индерелмәй”

Башҡортостандың һәр муниципалитетында балаларына яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцина яһатырға теләк белдергән ата-әсәләр бар. Был хаҡта республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығында уҙған брифингта мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева хәбәр итте.

Ул бөгөн үҫмерҙәрҙе вакцинациялау тураһында төрлө имеш-мимештәр йөрөүен билдәләп китте. “Прививка һалдырмаған балалар дистанцион уҡыуға күсерелмәй. Улар өсөн ниндәйҙер сикләүҙәр индереү хаҡында һүҙ бармай”, – тине министр урынбаҫары.

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, вакцинация алдынан баланы педиатр тикшерә, уның хроник сирҙәр анамнезы өйрәнелә. “Балалар ауыр сирләй. Беренсе һәм икенсе тулҡында үҫмерҙәр коронавирусты билдәләрһеҙ йәки еңел формала үткәрҙе, артабанғы тулҡындарҙа иһә балаларҙы интенсив терапия бүлектәренә һалырға тура килде", – тине ул.

Прививка яһатҡан балаларға ҡағыҙ сертификат бирелә. Артабан бөтә мәғлүмәт берҙәм электрон базаға индереләсәк.

Сығанаҡ: “Башинформ”.

Автор:
Читайте нас: