+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
25 Января 2022, 12:12

Әүҙем ирекмән-студенттар бүләкләнде

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитетында ирекмәнлек менән әүҙем шөғөлләнеүсе 12 студентты бүләкләнеләр.

Добавить в предпочтительные источники Google
Әүҙем ирекмән-студенттар бүләкләндеӘүҙем ирекмән-студенттар бүләкләнде
Әүҙем ирекмән-студенттар бүләкләнде

“Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк башҡарма комитетында ирекмәнлек менән әүҙем шөғөлләнеүсе 12 студентты бүләкләнеләр.

 Осрашыуҙа “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәк башҡарма комитеты етәксеһе, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров ҡатнашты. Һөйләшеүҙә башлыса мәғариф ойошмаларында волонтерлыҡты үҫтереү хаҡында һүҙ алып барҙы.  Рөстәм Әхмәҙинуров “Беҙҙең хәстәрлек” волонтерлыҡ штабы эшмәкәрлеге тураһында бәйән итте, үҙ тормош тәжрибәһенән сығып, маҡсаттарҙы дөрөҫ ҡуйырға, бер нимәгә ҡарамаҫтан, уларға  барыу хаҡында фәһемле кәңәштәр бирҙе.

“Волонтерҙар ярҙамға мохтаж кешеләргә ихлас күңелдән булышлыҡ итә. Пандемия осоронда уларҙың ярҙамы айырыуса ҙур икәнлеген билдәләп китәм. Эпидемияның тәүге тулҡыны башында уҡ ирекмәндәр дәррәү эшкә ҡушылды. Улар араһында студенттар, партия ағзалары, ғөмүмән, битараф булмаған кешеләр бар ине. Улар өлкәндәргә һәм үҙизоляцияла булғандарға, ауыр тормош хәлендәге кешеләргә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтерҙе, башҡа төрлө ярҙам күрһәтте", – тине Рөстәм Әхмәҙинуров. Ул юғары уҡыу йорттарында уҡыусы ирекмәндәрҙе Студенттар көнө менән ҡотланы.

 – Ҡәҙерле ирекмәндәр, әүҙем гражданлыҡ ҡарашығыҙ һәм мохтаждарға ихлас ярҙамығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт белдерәм, – тине ул, йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп.

Түңәрәк өҫтәл артындағы әңгәмәлә изге күңелле волонтерҙарҙың башҡа матур ғәмәлдәре тураһында ла һөйләнеләр. Ҡатмарлы эпидемиологик шарттарҙа башҡаларға фиҙакәр булышлыҡ итеүсе студенттарға Рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас