+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Января 2022, 09:36

Юғары сифатлы һөт кухнялары селтәре булдырылған

Башҡортостанда илдәге киң тармаҡлы һөт кухнялары селтәре булдырылған. Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иткән. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Юғары сифатлы һөт кухнялары селтәре булдырылғанЮғары сифатлы һөт кухнялары селтәре булдырылған
Юғары сифатлы һөт кухнялары селтәре булдырылған

Башҡортостанда илдәге киң тармаҡлы һөт кухнялары селтәре булдырылған. Был хаҡта Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр иткән. 

«Үҙебеҙҙәге һөттән етештерелгән сифатлы һөт продукцияһы балаларыбыҙ, буласаҡ әсәләр өсөн файҙалы. Беҙ Башҡортостанда урынлашҡан 55 фирма пунктында, 17 дәүләт дарыуханаһында һөт продукцияһы, ҡоро ҡатнашмалар бирәбеҙ һәм һатабыҙ. Таратыу пункттары һәм дәүләт дарыуханалары булмаған тораҡ пункттарға автокибеттәр сыға, улар тағы 64 биләмәне үҙ эсенә ала. Ҡайһы бер магазиндарыбыҙҙы ла һөт ризыҡтарын таратыуға йәлеп иттек. Былтыр колл-үҙәк астыҡ, 7(347)246-55-01 телефоны буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте белергә була», — тип файҙалы мәғлүмәт менән уртаҡлашҡан республика етәксеһе.

Хәҙерге көндә «Һөт кухняһы»ның етештереү цехтары Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Белоретта, Үрге Ҡыйғыла эшләй. Тәүлегенә улар бөтәһе 25 тонна һөт эшкәртә. «Һөт кухняһы»ның бөтә цехтары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, 300 өҫтәмә эш урыны булдырылған.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:
Читайте нас