+23 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Января 2022, 07:47

Яңы тыуған сабыйҙарға бүләк йыйылмаһына сумка, одеяло, бәйләнгән комбинезон өҫтәләсәк

Башҡортостанда быйыл яҙ яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһы үҙгәрә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иткәндәр.

Яңы тыуған сабыйҙарға бүләк йыйылмаһына сумка, одеяло, бәйләнгән комбинезон өҫтәләсәкЯңы тыуған сабыйҙарға бүләк йыйылмаһына сумка, одеяло, бәйләнгән комбинезон өҫтәләсәк
Яңы тыуған сабыйҙарға бүләк йыйылмаһына сумка, одеяло, бәйләнгән комбинезон өҫтәләсәк

Башҡортостанда быйыл яҙ яңы тыуған сабыйҙар өсөн бүләк йыйылмаһы үҙгәрә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр иткәндәр.

Мәғлүм булыуынса, 2001 йылдан республика властары урындағы бала табыу йорттарында донъяға килгән бөтә сабыйҙарға бүләк әҙерләй. Йыйылмалағы әйберҙәр төрө һәм үҙҡиммәте үҙгәреп тора. 2021 йылда йыйылмаға уголок, кофта, ползунки, башлыҡ, плед, янғынды иҫкәртеү приборы индерелде.

Быйыл 1 марттан бүләк итеп һигеҙ әйбер биреләсәк: уголок, кофта, ползунки, башлыҡ, янғынды иҫкәртеү приборы, сумка, одеяло, бәйләнгән комбинезон.

Фото "Башинформ"дан.

Автор:
Читайте нас