+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
24 Января 2022, 12:43

Теләктәр тормошҡа аша

Нефтекама ҡалаһында Яңы йыл каникулдарында Ҡыш бабайҙың резиденцияһы эшләгән. Унда төбәк балалары үҙҙәренең теләктәре менән хат яҙып ебәргән. Шуларҙың береһендә ҡаланың 9- сы һанлы мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы Венера Хөрмәтова хакимиәт башлығының бер эш көнө менән танышырға теләк белдергән.

Теләктәр  тормошҡа ашаТеләктәр  тормошҡа аша
Теләктәр тормошҡа аша

Нефтекама ҡалаһында Яңы йыл каникулдарында Ҡыш бабайҙың резиденцияһы эшләгән. Унда төбәк балалары үҙҙәренең теләктәре менән хат яҙып ебәргән. Шуларҙың береһендә ҡаланың 9- сы һанлы мәктәбенең 8 класс уҡыусыһы Венера Хөрмәтова хакимиәт башлығының бер эш көнө менән танышырға теләк белдергән.

Ошо көндәрҙә Венераны Нефтекама ҡалаһы хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев үҙенең эш урынына саҡырған. Ҡыҙыҡай ҡала мэрының кабинетында Республика Башлығы үткәргән аҙналыҡ кәңәшмәлә ҡатнашып, хакимиәт бүлектәренең эшмәкәрлеге менән танышып өлгөргән.

Нефтекама ҡалаһында  “Яңы йыл теләктәре” акцияһы сиктәрендә күп балалы, инвалид бала тәрбиәләүсе ғаиләләр, етем балаларҙан барлығы 100 ләгән хат килгән.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас