+8 °С
Ясно


Башҡортостанға 12 йәштән 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр өсөн 2800 доза “Спутник М” вакцинаһы килеүе көтөлә. Был турала республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә вице-премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Уның әйтеүенсә, препаратты тейәп, республикаға оҙатҡандар ҙа инде, әле ул юлда.
"Вакцина бөгөн-иртәгә килеп етер, тип көтәбеҙ”, – тине Максим Забелин.
Фото "Башинформ"дан алынды.