“Ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары тураһындағы” федераль законға 2022 йылдың 1 ғинуарынан, һуңғы утыҙ йыл эсендә тәү тапҡыр, үҙгәрештәр индерелде. Уларҙың иң мөһимдәренең береһе – ер аҫты байлыҡтарын ҡулланыусылар эшмәкәрлеге буйынса күҙәтеүҙе көсәйтеү. Република Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов белдереүенсә, дәүләт яғынан тейешлесә иғтибар булмау сәбәпле, был өлкәлә күп проблемалар йыйылған, шуға күрә лә былтыр йәй Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы нигеҙендә ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыусылар эшмәкәрлеге мәсьәләләре һәм был өлкәлә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы киҫәтеү буйынса ведомство-ара комиссия ойошторолған. Был комиссия урындағы халыҡ мәнфәғәттәрен яҡлауҙы, иҡтисад үҫешен һәм, әлбиттә, Башҡортостан биләмәһендә экологияны һаҡлауҙы күҙ уңында тотоп, алтын урталыҡты табыуҙы төп маҡсат итеп алған.
Ошо көндәрҙә ведомство-ара комиссия тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә “Графское” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Шулай уҡ «Росприроднадзор»ҙың Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы был фирманың ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтары менән файҙаланыуға рөхсәт биргән лицензияһын ғәмәлдән сығарыуҙы һорап, “Башнедра” ойошмаһына мөрәжәғәт итте. “Графское” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең сифатһыҙ эшмәкәрлеге арҡаһында тәбиғәткә 400 меңлек зыян килтерелгән.
Фото "Башинформ"дан алынды.