

Башҡортостанда ирекмәндәрҙе коронавирусҡа ҡаршы көрәшкә ҡушылырға саҡыралар.
Берҙәм ирекмәндәр штабына волонтерҙар һәм автоволонтерҙар йыйыу иғлан ителә. Был турала үҙенең Фейсбуктағы битендә Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Яна Гайдук хәбәр итә.
«Дуҫтар, һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк! Ковид һәм уның яңы төрө “омикрон” таралыуға бәйле, ирекмәндәр йыйыу хаҡында иғлан итәбеҙ.
Ярҙам түбәндәге йүнәлештәр буйынса кәрәк:
– һаулыҡ һаҡлау ойошмаларында;
– хәрәкәт итеүе ауыр булған кешеләргә һәм оло йәштәгеләргә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алып килтереүҙә;
– автоволонтерҙар сифатында булышлыҡ итеүҙә (үҙегеҙҙең автомобилегеҙҙә йәки төркөмгә беркетелгән машинала йөрөргә әҙер булһағыҙ)”, – тип яҙа Гайдук.
Ул шулай уҡ волонтерҙарҙың вакцинация хаҡында сертификаты булыуы мөһимлеген билдәләй. Әгәр ирекмәндәр хәрәкәтенә ҡушылырға теләһәгеҙ, түбәндәге һылтанма буйынса анкета тултырып ебәрә алаһығыҙ: https://clck.ru/anDHJ