+7 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
21 Января 2022, 07:24

Республика райондарында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» сиктәрендә 270,5 млрд. һумлыҡ эшлекле һөйләшеүҙәр үткән

Былтыр Республиканың муниципаль берәмектәрендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» сиҡтәрендә кесе һәм урта эшҡыуарҙар менән 2,8 меңдән ашыу кәңәшмәләр уҙғарылған. Һөйләшеүҙәр барышында 270,5 млрд. һумлыҡ инвестициялар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән 4,3 мең проект ҡаралған.

Республика райондарында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» сиктәрендә 270,5 млрд. һумлыҡ эшлекле һөйләшеүҙәр үткәнРеспублика райондарында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» сиктәрендә 270,5 млрд. һумлыҡ эшлекле һөйләшеүҙәр үткән
Республика райондарында «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» сиктәрендә 270,5 млрд. һумлыҡ эшлекле һөйләшеүҙәр үткән

Былтыр Республиканың муниципаль берәмектәрендә «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» сиҡтәрендә кесе һәм урта эшҡыуарҙар менән 2,8 меңдән ашыу кәңәшмә уҙғарылған. Һөйләшеүҙәр барышында 270,5 млрд. һумлыҡ инвестициялар йәлеп итеүгә йүнәлтелгән 4,3 мең проект ҡаралған.

Бизнес вәкилдәре менән район етәкселеге араһында туранан-тура бәйләнеш булдырыуҙы маҡсат иткән «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» үҙ һөҙөмтәләрен бирә. Әйтәйек, уҙған йылда Шишмә районында ошондай осрашыу нигеҙендә 50 яңы эш урынына иҫәпләнгән пластик тауарҙан етештереү фирмаһы сафҡа индерелгән, Балтас районы үҙәк дауаханаһы нигеҙендә Гемодеализ үҙәге эш башлаған. Әле бында юғары квалификациялы 10 белгес район халҡын ҡабул итә. Киләсәктә Асҡын, Борай, Тәтешле райондарын да хеҙмәтләндерергә иҫәп тота Гемодеализ үҙәге.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас