

Коронавирустың “омикрон” тигән яңы төрө бигерәк тә ике йәштән биш йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн ҡурҡыныс, тип белдерә Роспотребнадзорҙың Эпидемиология үҙәк ғилми-тикшеренеү институты директоры урынбаҫары Александр Горелов.
“Әле беҙ инфекция күберәк балаларға йоғоуын күрәбеҙ, ул айырыуса ике йәштән биш йәшкә тиклемге сабыйҙар өсөн ҡурҡыныс. Сир бәләкәстәрҙең өҫкө тын юлдарын һәм үпкә көпшәләрен (бронхыларын) зарарлай. Дауаханаға һалыуҙы талап иткән бронхолиот осраҡтары күҙәтелә. Вирусты йоҡторған һәр өсөнсө балала диарея билдәләнә”, – тине ул.
Александр Горелов шулай уҡ хәүеф төркөмөнә элеккесә 65 йәштән ололар ҡарауын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Өҫтәмә сирҙәре булыу сәбәпле, өлкән йәштәгеләрҙең инфекцияны ауыр үткәреүҙәре ихтимал.
Фото "Башинформ"дан алынды.