+23 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Января 2022, 09:22

Өс йыл эсендә 7 мең алданған өлөшсөнөң хоҡуғы тергеҙелгән

19 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп фатирлы йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу буйынса хоҡуҡ боҙоуҙар һәм төҙөлөш мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Уның эшендә Биләмәләр үҫеше федераль фондының генераль директоры Константин Тимофеев, Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, төҙөлөш ведомстволары етәкселәре, төбәктең хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм фондтың эксперттары ҡатнашты.

Өс йыл эсендә 7 мең алданған өлөшсөнөң хоҡуғы тергеҙелгәнӨс йыл эсендә 7 мең алданған өлөшсөнөң хоҡуғы тергеҙелгән
Өс йыл эсендә 7 мең алданған өлөшсөнөң хоҡуғы тергеҙелгән

19 ғинуарҙа Республика Йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күп фатирлы йорттарҙы файҙаланыуға тапшырыу буйынса хоҡуҡ боҙоуҙар һәм төҙөлөш мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Уның эшендә Биләмәләр үҫеше федераль фондының генераль директоры Константин Тимофеев, Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, төҙөлөш ведомстволары етәкселәре, төбәктең хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары, Өфө ҡалаһы хакимиәте һәм фондтың эксперттары ҡатнашты.

Кәңәшмәлә төҙөлөп бөтмәгән күп фатирлы йорттарҙы ҡайтанан төҙөй башлауҙа федераль фондтың финанс ярҙамы, алданған өлөшсөләрҙең хоҡуҡтарын ҡайтанан тергеҙеү менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде.

2022 йылдың башынан Башҡортостандың проблемалы объекттар реестрында 97 йорт иҫәптә торған. Улар буйынса 4,3 мең өлөшсөнөң хоҡуҡтары тергеҙелмәй ҡалған. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, былтыр 34 йорт проблемалы объекттар реестрынан алынған һәм 3 меңдән ашыу кешенең хоҡуғы тергеҙелгән.

“Өлөшсөләргә бәйле эштә Биләмәләр үҫеше федераль фонды коллективының ярҙамы ҙур. Беҙ үҙ-ара тығыҙ, һөҙөмтәле бәйләнеш булдырҙыҡ һәм бергәләп эш итеү планын ҡорҙоҡ. Шул арҡала был ауыр мәсьәлә буйынса етди алға китеш бар. 2018 йылда беҙҙә 10 мең самаһы алданған өлөшсө иҫәпләнһә, өс йыллыҡ тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһендә беҙ уларҙың 7 меңенә ярҙам итә алдыҡ, Биләмәләр үҫеше федераль Фондына рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Киләсәктә лә бындай киҫкен хәлдәр килеп сыҡмаһын өсөн, мин республикабыҙҙа ҡала төҙөлөшө советын етәкләргә булдым. Бынан тыш, “Төҙөлөш сәғәте” форматында был мәьәләләр буйынса тематик кәңәшмәләр үткәрәм, унда ла ваҡытында сафҡа индерелмәгән һәр йорт буйынса һөйләшеүҙәр даими ҡуҙғатыла һәм уларҙы хәл итеү юлдары билдәләнә".

Төҙөлөш сәйәсәтенең мөһим йүнәлештәренең береһе – намыҫһыҙ төҙөүселәрҙе яуапҡа тарттырыу буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары менән үҙ-ара тығыҙ эш итеү, тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы үҙ сығышында.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас