

Халыҡтың ковидтан дауаланыуға киткән сығымдары буйынса былтыр Башҡортостан ил төбәктәре араһында һигеҙенсе урын биләгән – республикабыҙҙа йәшәүселәр коронавирустан дауаланыу өсөн 1,62 миллиард һумлыҡ дарыу һатып алған. Был турала “Честный знак” системаһы мәғлүмәттәренә таянып, РБК Өфө хәбәр итә.
Айырыуса арбидолды, унан ҡала иммуномодулятор интерферон-альфа-2b, фавипиравир, дексаметазон һәм метилпреднизолонды күп алғандар — был дарыуҙарҙы табиптар коронавирустан дауаланыу өсөн тәғәйенләй.
Башҡортостанда 2021 йылдың ғинуар–ноябрендә стационарҙа бер ауырыуҙы ковидтан дауалауға, уртаса алғанда, 83 мең һум киткән (2020 йылда иһә – 105,5 мең һум).
Поликлиникаларҙа коронавирус менән ауырыусы йәки был сиргә шик тыуған пациентты ҡабул итеү 2021 йылда яҡынса 844,2 һумға төшкән, йәғни 2020 йыл менән сағыштырғанда 314,5 һумға күберәк.
Фото "Башинформ"дан алынды.