

Башҡортостанда тәүлек эсендә коронавирус 281 ауырыуҙа раҫланған. Унан алдағы көндә инфекцияны эләктереүселәр 14-кә аҙыраҡ булғайны. Зәһәр вирусты йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 126 361-гә еткән.
Әлеге мәлдә 4276 яҡташыбыҙ ковид менән сирләй. 4112-һе өйөндә дауаланһа, 164-е дауаханала ята. 46 сырхау сирҙе ауыр үткәрә, уларҙы интенсив терапия палаталарына һалғандар, берәүһен табиптар яһалма һулыш аппаратына тоташтырған.
Кисәле-бөгөнлө 277 кеше, сәләмәтләнеп, дауахананан сыҡҡан.
Аҙаҡҡы тәүлектә шәфҡәтһеҙ сирҙән һигеҙ ауырыу вафат булған. Пандемия йәмғеһе 4611 сырхауҙың ғүмерен өҙгән. Шуларҙың 4015-е – 60 йәштән өлкәндәр.