+12 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
20 Января 2022, 10:13

Бала балкондан ҡолаған

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләрҙең битарафһыҙлығы арҡаһында бәләкәс балаларҙың күп ҡатлы йорт тәҙрәһенән йәки балконынан осоп төшкән осраҡтар булып тора. 19 ғинуарҙа Благовещен ҡалаһында торлаҡ йорттоң икенсе ҡат балконынан һигеҙ йәшлек малай ҡолап төшкән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Бала балкондан ҡолағанБала балкондан ҡолаған
Бала балкондан ҡолаған

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ата-әсәләрҙең битарафһыҙлығы арҡаһында бәләкәс балаларҙың күп ҡатлы йорт тәҙрәһенән йәки балконынан осоп төшкән осраҡтар булып тора. 19 ғинуарҙа Благовещен ҡалаһында торлаҡ йорттоң икенсе ҡат балконынан һигеҙ йәшлек малай ҡолап төшкән. Бәхеткә күрә, тиҙ рәүештә "Ашығыс ярҙам"ға хәбәр иткәндәр. Һөҙөмтәлә бала дауаханаға оҙатылған, тип хәбәр иткән Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров үҙенең Instagram диуарында. Балаларҙың тәҙрәнән ҡолау осраҡтары ғәҙәттә йәй миҙгелендә теркәлә, ололар ғәйебе арҡаһында ҡыш айҙарында ла бындай хәүефле хәлдәрҙең ҡабатланыуы тетрәтә, тигән ведомство етәксеһе һәм ата-әсәләрҙе бәләкәстәренә айырыуса иғтибарлы булырға саҡырған.

Фото "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас