+21 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
19 Января 2022, 10:44

Башҡортостан буйынса үҙмәшғүллек булараҡ һалым инспекцияһында теркәлеүселәр һаны 77 меңгә еткән

Башҡортостан буйынса үҙмәшғүллек булараҡ һалым инспекцияһында теркәлеүселәр һәм һөнәри килемгә һалым түләүселәр һаны былтыр йыл аҙағында 77 меңгә еткән, 2020 йыл менән сағыштырғанда был 48 меңгә күберәк. Ошо хаҡта Федераль һалым хеҙмәте хәбәр итә.

Башҡортостан буйынса үҙмәшғүллек булараҡ һалым инспекцияһында теркәлеүселәр һаны 77 меңгә еткәнБашҡортостан буйынса үҙмәшғүллек булараҡ һалым инспекцияһында теркәлеүселәр һаны 77 меңгә еткән
Башҡортостан буйынса үҙмәшғүллек булараҡ һалым инспекцияһында теркәлеүселәр һаны 77 меңгә еткән

Башҡортостан буйынса үҙмәшғүллек булараҡ һалым инспекцияһында теркәлеүселәр һәм һөнәри килемгә һалым түләүселәр һаны былтыр йыл аҙағында 77 меңгә еткән, 2020 йыл менән сағыштырғанда был 48 меңгә күберәк. Ошо хаҡта Федераль һалым хеҙмәте хәбәр итә.

Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Нияз Фазылов билдәләүенсә, республикала граждандарҙың был ҡатламына эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеү өсөн барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған, төрлө яҡлап дәүләт ярҙамы күрһәтелә, шул иҫәптән, льготалы кредиттар, займдар, муниципаль субсидиялар бүленә. Бынан тыш, «Минең бизнес» үҙәге офистарында финанстар менән бәйле булмаған һорауҙар буйынса кәңәшләшергә була.

«Кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» милли проекты сиктәрендә 2021 йылда Башкортостанда үҙмәшғүлдәрҙең һөнәри килемгә һалым түләүселәр һаны буйынса күрһәткестәре 2,2 тапҡырға артҡан.

Фото "Башинформ"дан.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас