+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Января 2022, 04:50

Стәрлетамаҡ районында юл фажиғәһендә йәш әсә һәләк булған

Юл фажиғәһе 16 ғинуарҙа киске сәғәт 5-тә Стәрлетамаҡ-Федоровка автомобиль юлының 33-сө саҡрымында булған.  

Стәрлетамаҡ районында юл фажиғәһендә йәш әсә һәләк булғанСтәрлетамаҡ районында юл фажиғәһендә йәш әсә һәләк булған
Стәрлетамаҡ районында юл фажиғәһендә йәш әсә һәләк булған

Юл фажиғәһе 16 ғинуарҙа, киске сәғәт таңғы 5-тә Стәрлетамаҡ-Федоровка автомобиль юлының 33-сө саҡрымында булған.

 

Билдәле мәғлүмәттәр буйынса, Стәрлетамаҡта йәшәгән 27 йәшлек ҡатын идара иткән «ЗАЗ Chance» ҡаршыға килгән «Chevrolet Cruze» менән бәрелешкән. Рулдә Стәрлетамаҡтан 29 йәшлек ир ултырған.

 

«Аварияла «ЗАЗ Chance» водителе “Ашығыс” медицина ярҙамы килеп еткәнсе йән биргән. Уның йәш ярымлыҡ улы, шулай уҡ икенсе водитель һәм уның ҡатыны дауаханаға оҙатылған», — тип хәбәр иткән Башҡортостан буйынса ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәте.

 

Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Юл-транспорт ваҡиғаһының сәбәптәре асыҡлана.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:
Читайте нас