+13 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
17 Января 2022, 05:33

Дәүләкәндә алимент буйынса бурыслы иргә иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарылған

Дәүләкән районы суды алимент буйынса бурысы 2 миллионға еткән атайға ҡарата хөкөм ҡарары сығарған.

Дәүләкәндә алимент буйынса бурыслы иргә иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарылғанДәүләкәндә алимент буйынса бурыслы иргә иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарылған
Дәүләкәндә алимент буйынса бурыслы иргә иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарылған

Дәүләкән район суды алимент буйынса бурысы 2 миллионға еткән атайға ҡарата хөкөм ҡарары сығарған.

 

Ир күп тапҡырҙар суд ҡарарын боҙоп, бәлиғ булмаған балаларын ҡарауҙа бөтөнләй ҡатнашмаған һәм оҙайлы ваҡыт алимент түләмәгән. Һөҙөмтәлә үткән йылдың йәй аҙағында уның ике балаһы алдындағы алимент буйынса бурысы ике миллион һум самаһына еткән.

Закон боҙоусыға суд бер йыл һынау срогы менән шартлы рәүештә һигеҙ айға иркенән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарған.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас