

Пандемия башланған алып республикала ковид йоҡтоусыларҙың дөйөм һаны 125 560-ҡа еткән. Аҙаҡҡы тәүлектә вирус 240 сырхауҙа асыҡланған. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә вице-премьер–һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Зәһәр инфекцияны йоҡторған 116 600 кеше һауыҡҡан, 295-е аҙаҡҡы тәүлектә дауахананан сыҡҡан.
Әлеге мәлдә дауаханаларҙа коронавирусҡа ҡаршы 133 ауырыу көрәшә. Шуларҙың 72-һенең хәле ауыр. 4 232 сырхау, сирҙе сағыштырмаса еңел үткәреп, өйөндә дауалана.
Министр йоғошло сирҙәргә тарыусы ауырыуҙар өсөн бөгөнгө көндә республикала 1 645 койка тәғәйенләнеүен билдәләне. Шуларҙың 36 проценты әле буш.
Фото "Башинформ"дан алынды.