+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Января 2022, 10:56

Ярҙамсы иңкештәр үрсетә башлағандар

Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре эшсе иңкештәр үрсетә. Иңкештәрҙең тәүге партияһы яңы йыл алдынан йомортҡанан сыҡҡан. Хәҙер уларҙың һаны 100-гә еткән. Тәжрибәләр үткәреү лабораторияһы мөдире Гөлдәр Сибәғәтуллина иңкештәр үрсетеү менән мәшғүл. 

Ярҙамсы иңкештәр үрсетә башлағандарЯрҙамсы иңкештәр үрсетә башлағандар
Ярҙамсы иңкештәр үрсетә башлағандар

Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре эшсе иңкештәр үрсетә башлаған. Иңкештәрҙең тәүге партияһы яңы йыл алдынан йомортҡанан сыҡҡан. Хәҙер уларҙың һаны 100-гә еткән. Тәжрибәләр үткәреү лабораторияһы мөдире Гөлдәр Сибәғәтуллина иңкештәр үрсетеү менән мәшғүл. Эш ҡатмарлы, әммә мауыҡтырғыс. 

"Иңкештәр ауыл хужалығы тармағында ҙур ярҙамсы, улар тырыш һәм яуаплы һеркәләндереүселәр. Беренсе иңкештәрҙе илдең төрлө төбәгенән алып ҡайттыҡ. Ноябрҙә башланған эш яңыраҡ һөҙөмтә бирҙе: инә иңкештең йомортҡаларынан балалары сыҡты. Был эшсе ҡорттарҙы үрсетеүҙең маҡсаты – үҫемлекселек, теплицалар менән шөғөлләнгән ауыл хужалығы предприятиеларына ярҙам итеү. Иңкештәр тырышлығы менән бал ҡорттарын да уҙҙыра. Талымһыҙ бөжәктәр көндөң яҡтырғанын, һауа торошоноң көйләнгәнен дә көтмәй, эшкә оса. Помидор, баклажан, борос, ҡурай еләге һәм башҡа культураларҙы һеркәләндереүҙә иңкештең роле алыштырғыһыҙ. Иң мөһиме – иңкештәр өсөн тәбиғи шарттар тыуҙырыу", – ти Гөлдәр Сибәғәтуллина. Шуға ла лабораторияла йылы һәм дымлы һауа шарттары булдырылған. Иңкештәрҙе аҙнаһына ике тапҡыр ашатыу етә. Шәкәрле һыу, сәскә һеркәһе бирәләр. Һәр инә һәм ата ҡорттарҙың айырым бүлмәһе бар. 

Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, тап ошо бөжәктәр ярҙамында аграрийҙар мул уңышҡа өмөт итә икән. Әлеге алымдың экологик яҡтан әһәмиәтен дә билдәләү мөһим: химия ҡулланмайынса, тәбиғи факторҙар ярҙамында етештереүсәнлекте арттырыу ­бөгөн күпселек етештереүселәрҙе борсоған мәсьәлә.

Беренсе иңкештәрҙе февраль-март айҙарында эшкә оҙатасаҡтар. Бер айҙа лаборатория шарттарында белгестәр 300 иңкеш ғаиләһе үҫтереп бирергә әҙер.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас