+15 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Января 2022, 11:25

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса...

14 ғинуарға ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 124 855 тәшкил итә. Тәүлек эсендә вирус 207 ауырыуҙа асыҡланған.

Добавить в предпочтительные источники Google
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса...Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса...
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса...

14 ғинуарға ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 124 855 тәшкил итә. Тәүлек эсендә вирус 207 ауырыуҙа асыҡланған.

Әлеге мәлдә стационарҙарҙа 137 сырхау дауалана, шуларҙың 90-ы – 60 йәште уҙғандар. 54 ауырыуҙың хәле ауыр, тип хәбәр итә табиптар. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 4386, шул иҫәптән 3769-ы – 60-тан өлкән өләсәй һәм олатайҙар.

Үткән тәүлектә 239 яҡташыбыҙ, инфекциянан ҡотолоп, дауахананан сыҡҡан. Һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 115 777.

Афәтле сирҙән вафат булыусылар һаны 4555-кә етте, ҡорбандарҙың күбеһе – 3986-һы – 60-ты үткән кешеләр. Аҙаҡҡы тәүлектә туғыҙ үлем осрағы теркәлгән.

Кисәле-бөгөнлө 29 ауырыуға дауахананан тыш пневмония диагнозы ҡуйылған, унан сәләмәтләнеп, стационарҙан сығыусылар – 88.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас