+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Января 2022, 05:05

Үткәүел төҙөлөшө 2023 йылда тамамлана

Өфө эргәһендәге Зинино ауылы янында юл-транспорт сиселеше төҙөлөшө дауам итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Үткәүел төҙөлөшө 2023 йылда тамамланаҮткәүел төҙөлөшө 2023 йылда тамамлана
Үткәүел төҙөлөшө 2023 йылда тамамлана

Өфө эргәһендәге Зинино ауылы янында юл-транспорт сиселеше төҙөлөшө дауам итә.

Тимер юл аша 106,5 метр оҙонлоғондағы эстакада һәм 1,85 км юл төҙөлә. Ул 2023 йылдың өсөнсө кварталында тамамланырға тейеш.

Яңы юл үткәүеле төҙөлөп бөткәс, Зинино, Нуғай, Аҡбирҙе, Ҡарамалы, Шипово, Блохино, Охлебинино ауылдарында йәшәүселәр өсөн юл йөрөүе күпкә хәүефһеҙ һәм уңай буласаҡ. Әле тимер юл аша тәүлегенә уртаса 25 меңдән ашыу транспорт сараһы үтә.  Автомобилистар кәм тигәндә 50-60 минут ваҡытын тығындарҙа үткәрергә мәжбүр.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас