+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Января 2022, 18:04

“Ковидтың тағы бер тулҡынына әҙер булыу мөһим”

Башҡортостан  Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы көрәш буйынса оператив штабтың сираттағы ултырышын үткәрҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Ковидтың тағы бер тулҡынына әҙер булыу мөһим”“Ковидтың тағы бер тулҡынына әҙер булыу мөһим”
“Ковидтың тағы бер тулҡынына әҙер булыу мөһим”

Башҡортостан  Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы көрәш буйынса оператив штабтың сираттағы ултырышын үткәрҙе.

 Радий Хәбиров, бөтә Рәсәйҙә кеүек үк, Башҡортостанда коронавирустың тағы бер тулҡыны көтөлөүен билдәләне. Был “омикрон” штамы таралыу менән бәйле. Ковидтың яңы төрө илдең 13 төбәгендә теркәлгән, шул иҫәптән Башҡортостанда өс осраҡ асыҡланған. Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, “омикрон” ковидтың ошоға тиклем булған төрҙәренә ҡарағанда йоғошлораҡ, ул тиҙерәк тарала һәм инкубация осоро ла ҡыҫҡараҡ.

“Әлегә республикала коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡло, – тине төбәк етәксеһе. – Ләкин беҙ алдағы ваҡытта “омикрон” тыуҙырған сираттағы тулҡын менән осрашыуға әҙер булыр тейешбеҙ. Шуға күрә дауаханаларҙа койкалар резервын хәстәрләргә, дарыуҙар запасын әҙерләргә, волонтерҙар штабтары эшен яңынан йәйелдерергә кәрәк. Ә иң мөһиме – санитар-эпидемиологик сараларҙың күҙәтелеүенә контролде көсәйтеү”.

Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас