

Башҡортостанда коронавирусҡа ҡаршы прививка яһатыу әүҙем дауам итә. Бөгөнгө көнгә ҡарата республикаға ковидҡа ҡаршы йәмғеһе 2 914 858 доза вакцина килтерелгән. Әлеге мәлдә прививканың беренсе компонентын 2 237 936 кеше эшләткән. Вакцинацияны тулыһынса тамамлаусылар – 2 114 688, тип хәбәр итә Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Республикала 60 йәштән өлкән 890 387 кеше йәшәүен билдәләп үтәбеҙ. Улар араһында прививканың беренсе компонентын алыусылар – 590 383 (66,3 проценты), икенсеһен дә ҡаҙатыусылар – 553 041 (62,1 процент).
Ошоға тиклем прививка эшләткән 230 612 яҡташыбыҙ, уның һөҙөмтәләрен нығытып, ревакцинация үткән.
Башҡортостанда, мобиль пункттарҙы ла индереп, 178 вакцинация пункты эшләй. Өфөлә өс урында мобиль пункттар ойошторолған: “Торатау” Конгресс-холында (Зәки Вәлиди урамы, 2, иртәнге туғыҙҙан киске етегә тиклем асыҡ), “Планета” сауҙа үҙәгендә (Энтузиастар урамы, 20, көндөҙгө сәғәт берҙән киске етегә тиклем эшләй), Башҡортостан Лайфстайл үҙәгендә (Менделеев урамы, 205а, көндөҙгө сәғәт берҙән киске етегә ҡәҙәр ҡабул итәләр).
Вакцинация “йәнле сират” буйынса яһала. Бынан тыш, “Торатау” Конгресс-холында прививка яһатыу өсөн Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша алдан яҙылып килергә мөмкин. Үҙең менән паспорт һәм СНИЛС булыуы зарур.
Вакцинацияны шулай уҡ ҡала поликлиникаларында үтергә була. Уларҙа прививка яһау кабинеттары иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә хәтлем, тәнәфесһеҙ һәм ял көндәрһеҙ эшләй.