+4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Января 2022, 10:59

Каникулдар оҙайтылмай

Каникулдар башҡа оҙайтылмаясаҡ. 17 ғинуар көнө бөтә мәктәп уҡыусылары өсөн ғәҙәти уҡыу режимы башлана. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров коронавирус штабында хәбәр иткән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Каникулдар оҙайтылмайКаникулдар оҙайтылмай
Каникулдар оҙайтылмай

Каникулдар башҡа оҙайтылмаясаҡ. 17 ғинуар көнө бөтә мәктәп уҡыусылары өсөн ғәҙәти уҡыу режимы башлана. Был хаҡта Республика башлығы Радий Хәбиров коронавирус штабында хәбәр иткән.

Ләкин балаларҙа сир билдәләре асыҡланһа, улар өйҙәренә ҡайтарыласаҡ. Республика етәксеһе әйтеүенсә, донъяла хәл ҡатмарлаша, тимәк беҙгә лә төрлө осраҡтарға әҙер булыу зарур.

Элегерәк вирустың яңы төрө омикрондың балаларға хәүефле булыуы хәбәр ителгәйне. Шуға ла Радий Фәрит улы яңы йыл каникулдарынан һуң мәктәптәрҙе ентекле әҙерләүҙе йөкмәтте. Ул уҡыу кабинеттарында дезинфекция саралары үткәреүҙе һәм медицина инспекторҙарын әҙерләүҙе ҡушты.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас