+6 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Января 2022, 04:30

Күгәрсен районында яңы етәксе

Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаевтың эштән китеүе тураһында хәбәр иткәйнек.

Добавить в предпочтительные источники Google
Күгәрсен районында яңы етәксеКүгәрсен районында яңы етәксе
Күгәрсен районында яңы етәксе

Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаевтың эштән китеүе тураһында хәбәр иткәйнек.

13 ғинуарҙа район депутаттары уның отставкаһын ҡабул итте. Етәксе вазифаһын башҡарыусы итеп, быға тиклем район хакимиәте башлығының финанс, иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары булып эшләгән Азамат Сәфиүллин тәғәйенләнде.

Ғайса Янбаев ҙур күләмле аҡса менән мутлашыуҙа ғәйепләнә. 2021 йылдың сентябрендә Өфөнөң Совет районы суды уны был енәйәт буйынса ғәйепле тип тапты һәм 5 йылға шартлы хөкөм итте, дәүләт иҫәбенә 500 мең аҡса ҡайтарыуҙы йөкмәтте. Юғары суд ҡарарҙы үҙгәрешһеҙ ҡалдырҙы.

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас