+9 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
14 Января 2022, 04:40

Балаларҙы шәхси балалар баҡсаларына йөрөтөү өсөн 6 мең һум бирелә

Башҡортостанда муниципаль балалар баҡсаһындағы урынға дәғүә иткән ғаиләләр балаларын шәхси балалар баҡсаһына йөрөтөргә мөмкин. Бында ата-әсәләр ғәҙәти балалар баҡсаһындағы кеүек үк түләй, ҡалған өлөшөн бюджет индерә. Был нисек эшләй?

Добавить в предпочтительные источники Google
Балаларҙы шәхси балалар баҡсаларына йөрөтөү өсөн 6 мең һум биреләБалаларҙы шәхси балалар баҡсаларына йөрөтөү өсөн 6 мең һум бирелә
Балаларҙы шәхси балалар баҡсаларына йөрөтөү өсөн 6 мең һум бирелә

Башҡортостанда муниципаль балалар баҡсаһындағы урынға дәғүә иткән ғаиләләр балаларын шәхси балалар баҡсаһына йөрөтөргә мөмкин. Бында ата-әсәләр ғәҙәти балалар баҡсаһындағы кеүек үк түләй, ҡалған өлөшөн бюджет индерә. Был нисек эшләй?

Муниципаль балалар баҡсаһында әлегә урыны булмаған ике айҙан өс йәшкә тиклемге балаларҙың ата-әсәһе йәки законлы вәкилдәре компенсация, йәғни шәхси балалар баҡсаһы өсөн сертификат алырға хоҡуҡлы.

Сертификаттың күләме – бер балаға айына 6000 һум. Дәүләт балалар баҡсаларындағы кеүек үк, ата-әсәләр ҙә үҙ өлөшөн түләй, Өфөлә иһә көнөнә – 153 һум. Һөҙөмтәлә ата-әсәләр муниципаль балалар баҡсаһына ҡарағанда күберәк түләмәй.

Сертификат алыу өсөн ғаризаны бер нисә ысул менән бирергә мөмкин.

Сертификатты аҡсалата алып булмай. Аҡса туранан-тура бала йөрөгән шәхси балалар учреждениеһы иҫәбенә күсерелә.

Сертификат алыу өсөн баланың ата-әсәһенә «Дәүләт хеҙмәттәре» порталында ғариза бирергә, күп функциялы үҙәккә йәки райондың мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

 

Автор:
Читайте нас