

Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре баҡса миҙгеленең асылыуы хаҡында иғлан итте. Баҡсаларында теплица булған хужаларға үҫентене инде хәстәрләргә ваҡыт. Апрель аҙағында, май башында үҫентеләрҙе теплицаға күсереп ултыртыу өсөн, белгестәр кәңәшен тотоп, орлоҡтарҙы сәсә башларға мөмкин.
Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы агрономы Айһылыу Камалетдинова орлоҡто ергә төртөр алдынан уны марганцовка йәки гумат иретмәһендә тотоп алырға кәңәш итә.
“Тәүҙә орлоҡтарҙы зарарһыҙландырабыҙ. Иң һөҙөмтәле алым – калий перманганаты (марганцовка) иретмәһе. Бер литр һыуға 10 грамм марганцовка һалырға (ҡуйы шәмәхә төҫөндө булырға тейеш), унда орлоҡтарҙы 15-20 минут тотоп, һыу менән сайырға. Артабан 200 мл һыуға ике-өс тамсы “гуми” кеүек биопрепарат өҫтәп, орлоҡтарығыҙҙы ошо ҡатнашмала бер нисә сәғәт тотоп алығыҙ. Был сара орлоҡтарҙы биологик әүҙем матдәләр менән байыта, көс бирә, сөнки шытыу, орлоҡтоң тышын ярыу, яҡтыға үҫеп сығыу өсөн күп энергия талап ителә”, – ти Айһылыу.
Тупраҡ ҡатнашмаһы әҙерләү шарт, уны һатып алырға йәки үҙаллы эшләргә мөмкин. Тупраҡты йәшелсә баҡсаһынан алмау хәйерле, унда сир таратыусы микроорганизмдар һәм әлегә йоҡлап ятҡан ҡоротҡостар күп.
Ҡыяр үҫентеһе өсөн еңел тупраҡ (яҡынса 50%), йылға ҡомо (10-15%), торф (20-30%) һәм таҙа ағас онтағы (10-15%) алына. Уларҙы яҡшы итеп бутарға кәрәк.
Бүрткән орлоҡто сәскәс, йылы һыу ҡойорға һәм шытымдар сыҡҡансы бүлмәлә 22-25 градус йылылыҡ режимын һаҡларға кәрәк. Әгәр температура 16 градустан төшһә, орлоҡтоң сыҡмауы, сереүе ихтимал. Шытымдар күренгәс, температураны 19-21 градус йылылыҡта тотоғоҙ.