+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Января 2022, 08:14

Әсәлек капиталы артасаҡ

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылдың 1 февраленән Әсәлек капиталының күләме индексацияланып, 8,4 процентҡа артасаҡ.  

Добавить в предпочтительные источники Google
Әсәлек капиталы артасаҡӘсәлек капиталы артасаҡ
Әсәлек капиталы артасаҡ

Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм халыҡты яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылдың 1 февраленән Әсәлек капиталының күләме индексацияланып, 8,4 процентҡа артасаҡ.  Мәғлүм булыуынса, Әсәлек капиталы Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса, “Демография” милли проектына ярашлы бирелә. 2007 йылдан башлап бындай дәүләт ярҙамына икенсе бала тыуған йә уллыҡа алған ғаиләләрҙең хоҡуғы бар. Шулай уҡ быға тиклем Әсәлек капиталы хоҡуғын ҡулланмаған ғаиләләрҙә өсөнсө һәм артабан тыуған балаларҙың ата-әсәһе лә дәғүә итә ала. Быйыл икенсе бала өсөн түләү 693,1 мең һумға тиң.

2020 йылдан башлап тәүге бала өсөн дә Әсәлек капиталы алыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Улар өсөн капиталдың суммаһы 524,5 мең һум буласаҡ, ә икенсе сабыйға, беренсе бала өсөн Әсәлек капиталы хоҡуғы менән файҙаланған хәлдә, был сумма 168,6 мең һум тәшкил итәсәк.

Фото "Башинформ"дан алынды.

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас