+8 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Января 2022, 17:21

Мәскәү Башҡортостандың ауыл медицинаһына 18 млрд һум аҡса бүләсәк

Республика Башлығы Радий Хәбиров, Мәскәүҙә VIII Гайдар форумы сиктәрендә үткәрелгән “Һаулыҡ һаҡлау милли системаһына яңы мәғәнә һалыу” фекер алышыуҙарҙа ҡатнашып, Башҡортостан 2025 йылға тиклем медицина тармағының тәүге звеноһын комплекслы үҙгәртеп ҡороу федераль программа нигеҙендә 18 млрд һум аласаҡ, тип белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәскәү Башҡортостандың ауыл медицинаһына 18 млрд һум аҡса бүләсәкМәскәү Башҡортостандың ауыл медицинаһына 18 млрд һум аҡса бүләсәк
Мәскәү Башҡортостандың ауыл медицинаһына 18 млрд һум аҡса бүләсәк

Республика Башлығы Радий Хәбиров, Мәскәүҙә VIII Гайдар форумы сиктәрендә үткәрелгән “Һаулыҡ һаҡлау милли системаһына яңы мәғәнә һалыу” фекер алышыуҙарҙа ҡатнашып, Башҡортостан 2025 йылға тиклем медицина тармағының тәүге звеноһын комплекслы үҙгәртеп ҡороу федераль программа нигеҙендә 18 млрд һум аҡса аласаҡ, тип белдерҙе. Республика халҡыныү өстән бер өлөшө ауылда йәшәүен иҫәпкә алғанда, фельдшер-акушерлыҡ пунктарының матди-техник базаһын нығытыу төбәк өсөн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә.

"Оҙаҡ йылдар дауамында ауыл медицинаһы объекттарына бөтөнләй тейешлесә иғтибар бүленмәгән. Ә бит тап фельдшер-акушерлыҡ пунктарының торошона таянып, ауыл халҡы дөйөм медицина тураһында фекер тыуҙыра. Шуға ла беҙ тәү сиратта иҫке бөтә ФАП-тарҙы алмаштырыу маҡсатын ҡуйҙыҡ", - тип билдәләне Радий Хәбиров. Федераль программа сиктәрендә бүленгән аҡсаға 12 поликлиника, 2 район үҙәге һәм 3 участка дауаханаһы төҙөләсәк, бынан тыш 412 фельдшер-акушерлыҡ пункты,  21 дөйөм практика табиптары өсөн офис һәм 42 дауалау амбулаторияһы барлыҡҡа киләсәк.

 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Читайте нас