+8 °С
Облачно


«Етегән» республика байрамы сиктәрендә ойошторолған конкурстың зона этабы онлайн-форматта үтә, тип хәбәр итәләр Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Ул Мәләүез, Туймазы, Тәтешле, Салауат райондарында, шулай уҡ Сибай, Нефтекама һәм Өфө ҡалаларында уҙғарыла. Видеороликтарҙы ҡарағандан һуң, жюри 2022 йылдың 10 февраленә тиклем финалға сығыусыларҙы билдәләй. Республика турына 21 ғаилә һайлап алына. «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсы еңеүселәре һәм призерҙары иһә 2022 йылдың 1 мартында «Етегән» байрамы - ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә билдәле була.