+8 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Января 2022, 03:05

Көслө ҡар көтөлә

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, ялға ҡарай һалҡындарға алмашҡа ҡарлы һәм буранлы көндәр килә. 

Көслө ҡар көтөләКөслө ҡар көтөлә
Көслө ҡар көтөлә

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, ялға ҡарай һалҡындарға алмашҡа ҡарлы һәм буранлы көндәр килә. 

15 ғинуарға ҡарата һауа температураһы төндә -7,-12, аяҙытҡанда -17, көндөҙ -5,-10 градус була. Юлдарға боҙлауыҡ ҡатыуы, урыны менән көрт һалыуы ихтимал.

Ғинуарҙың беренсе декадаһында Өфөлә айлыҡ нормаға ҡарата 82 процент ҡар яуған. 2017 йылдың был осоронда норманан 132 процент яуым-төшөм теркәлгән. Йәғни быйыл хәл бик үк насар түгел. Шуға ҡарамай, Яңы йыл каникулынан һуңғы өс эш көнөндә баш ҡала урамдарында киске алтынан һуң транспорт тығыны 10 балл менән баһаланды.  

 

Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас