+9 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
13 Января 2022, 10:01

11 айлыҡ һәләк булған

Туймазы районының Булат ауылында сыҡҡан янғында 11 айлыҡ бала һәләк булған. Был ваҡытта сабыйҙың әсәһе ике ҡыҙын алып күршеләренә киткән була.

Добавить в предпочтительные источники Google
11 айлыҡ һәләк булған11 айлыҡ һәләк булған
11 айлыҡ һәләк булған

Туймазы районының Булат ауылында сыҡҡан янғында 11 айлыҡ бала һәләк булған. Был ваҡытта сабыйҙың әсәһе ике ҡыҙын алып күршеләренә киткән була.

Ауылдаштары был ғаиләне уртаса тип билдәләй. Улар күптән түгел Шаран районынан күсеп килгән. Был уларҙың ваҡытлы торлағы булған.

  • Хужабикәнең эсеп йөрөгәнен күргәнебеҙ юҡ. Ире ҡырҙа эшләй. Сит райондан күсеп килгәнлектән бик яҡшылап белмәйбеҙ, - тигәндәр улар.

Янғын сығыр алдынан ҡатын сабыйын йоҡлатып, ике ҡыҙы менән күршеләренә сыҡҡан. Һорау алыу ваҡытында уның иҫерек булыуы асыҡланмаған. Әсә булараҡ ул  стресс кисергән. Шулай уҡ  ғаиләлә тәрбиәләнгән ике ҡыҙ бала ваҡытлыса  дауаханға урынлаштырылған. Ауыл биләмәһендә, комиссия эше тамамланғандан һуң ғаиләгә ярҙам буласағын билдәләгәндәр.

Был республикала балалар үлеме менән бәйле икенсе янғын осрағы. Уның тәүгеһе байрам көндәрендә Иглин районында теркәлде. Утта 11 йәшлек малай тән бешеүе алып, һуңынан дауаханала вафат булғайны.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас