

Ғүмере буйы йыйған аҡсаһын урлауҙары тураһында полицияға 85 йәшлек әбей мөрәжәғәт итә.
Күңелһеҙ хәл Нефтекама ҡалаһында була.
10 ғинуарҙа оло ҡатынға, үҙҙәрен социаль хеҙмәткәр тип танытып, урамда ике ҡатын мөрәжәғәт итә. Фатирына ингәс, алда көтөлгән аҡса реформаһы, ҡулаҡсаны иҫәпкә алыу тураһында хәбәр менән әбейҙең иғтибарын ситкә йүнәлтәләр. Көтөлмәгән ҡунаҡтар сығып киткәс, хужабикә ғүмере буйы йыйған аҡсаларының юғалыуын асыҡлай.
Әгәр видео камераға эләккән ошо ҡатындарҙы таныусы булһа, БР буйынса Эске эштәр министрлығы (347) 279-39-02, 279-32-92 телефондар, йәки 02 (кеҫә телефонынан – 102) номеры буйынса шылтыратыуҙы һорай.