-4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Января 2022, 09:20

Пассажирҙы иҫтәлекле бүләк көтә

 Кемдер өсөн Яңы йыл мөғжизәһе дауам итә. “Өфө” халыҡ- ара аэропорты үҙенең 4 миллионлы пассажирын эҙләй.  Ул 2021 йылдың 31 декабрендә Мәскәүҙән  Өфөгә осош яһаған S7 авиакомпанияһының 1137 рейсы. 4 миллионлы пассажир самолет бортында 7А урынын биләгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Пассажирҙы иҫтәлекле бүләк көтәПассажирҙы иҫтәлекле бүләк көтә
Пассажирҙы иҫтәлекле бүләк көтә

 Кемдер өсөн Яңы йыл мөғжизәһе дауам итә. “Өфө” халыҡ- ара аэропорты үҙенең 4 миллионлы пассажирын эҙләй.  Ул 2021 йылдың 31 декабрендә Мәскәүҙән  Өфөгә осош яһаған S7 авиакомпанияһының 1137 рейсы. 4 миллионлы пассажир самолет бортында 7А урынын биләгән.

Миллионлы пассажирҙарҙы һынау аэропорт өсөн осраҡлы хәл түгел. Был иһә компанияның  пандемия шарттарында ла тотороҡло эшләүен дәлилләгән бер күрһәткес ул. Шулай уҡ ошондай һөҙөмтәләргә ирешеү Өфө аэропортының стутусын да  күтәрә.

  • Йылына 4 миллион пассажирҙы хеҙмәтләндереү- был беҙҙең авиакомпаниялар менән берлектәге эшмәкәрлек. Беҙ һәр ваҡыттағы ла осош баҙарын күҙәтеп торабыҙ, уны Рәсәй һәм сит илдәргә киңәйтеү юлдарын эҙләйбеҙ. Шулай уҡ аэропорт бинаһын ҡайтанан төҙөкләндереү эшен дауам итәбеҙ, пассажирҙарҙы осош хәүефһеҙлеге менән тәьмин итәбеҙ, - тигән “Өфө” халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев.

Халыҡ-ара аэропорт үрҙә билдәләнгән рейстың пассажирынан хәбәр көтөп ҡала. Уны ҡотлауҙар һәм иҫтәлекле бүләк көтә. pressa@airportufa.ru, белешмә өсөен тел һандары (347) 229-53-44

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас