+22 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Января 2022, 09:45

Отставкаға китте

Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев отставкаға китә. Был турала ул үҙенең сәхифәһендә белдергән. Район башлығының эштән китеүе  Республика Юғары судының ҡарарына бәйле. Ғайса Янбаевҡа ҡарата мутлашыу буйынса енәйәт эше асылған.

Отставкаға киттеОтставкаға китте
Отставкаға китте

Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Ғайса Янбаев отставкаға китә. Был турала ул үҙенең сәхифәһендә белдергән. Район башлығының эштән китеүе  Республика Юғары судының ҡарарына бәйле. Ғайса Янбаевҡа ҡарата мутлашыу буйынса енәйәт эше асылған.

  • Мин Юғары суд ҡарары менән риза түгелмен. Артабан үҙемдең намыҫлы исемемде аҡлау өсөн башҡа суд инстацияларында көрәште дауам итәсәкмен. Эшләү дәүеремдә яҡшы эштәр ҙә күп булды, - тип билдәләгән Ғайса Янбаев.

Билдәле булыуынса, етәксе 26 миллион һум аҡсаны юҡ итеүҙә ғәйепләнә. Был мутлыҡ уның “Тәүәкән” хужалығында, директор булып эшләгән сағынан килә тигән фараздар әйтелә.

2021 йылдың сентябрендә Өфөнөң Совет районы суды Янбаевты ғәйепле тип таный һәм уны 5 йылға шартлы рәүештә хөкөм итә, дәүләт иҫәбенә 500 мең аҡса ҡайтарыуҙы йөкмәтә. Һуңынан ғәйепләнеүсенең эше Юғары судта ҡарала һәм хөкөм үҙгәрешһеҙ ҡалдырыла.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас