

Коронавирустың донъя буйлап тарала барыусы яңы төрөн – “омикрон”ды беҙгә туристар айырыуса ҡайһы илдәрҙән алып ҡайта? Рәсәй Хөкүмәте ултырышында илдең баш санитар табибы Анна Попова шул турала әйтеп үтте.
Рәсәй Федерацияһына “омикрон” индереүсе илдәр араһында лидерҙар булып Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Великобритания һәм Төркиә тора икән.
Анна Попова Көньяҡ Африка Республикаһында һәм Танзанияла ял итеп ҡайтыусы Рәсәй граждандарының да етди контроль һәм тулы карантин үтеүен, улар араһында ла омикрон асыҡланыу кимәле юғары булыуын билдәләй.
Илдең баш санитар табибы ковидтың яңы төрөнөң тиҙ таралыуын һәм бик йоғошло булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Рәсәйҙә уны йөрөтөүсе 305 кеше асыҡланған.
Фото "Башинформ"дан алынды.