-4 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Января 2022, 07:52

“Омикрон” беҙгә лә килеп етте

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы коронавирустың “омикрон” штамын йоҡтороуҙың өс осрағы асыҡланыуы хаҡында белдерҙе.

Добавить в предпочтительные источники Google
“Омикрон” беҙгә лә килеп етте“Омикрон” беҙгә лә килеп етте
“Омикрон” беҙгә лә килеп етте

Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы коронавирустың “омикрон” штамын йоҡтороуҙың өс осрағы асыҡланыуы хаҡында белдерҙе. Инфекцияның яңы төрө өс ауырыуҙа раҫланған, уларҙың икәүһе – республикабыҙ кешеләре, берәүһе – Ырымбур өлкәһендә йәшәүсе ханым.

“Бөтә осраҡтарҙа ла “омикронды” ситтән алып ҡайтҡандар: Өфө аэропортына республикабыҙҙың ике кешеһе – Танзаниянан, Ырымбурҙа йәшәүсе ханым ейәндәре менән Төркиәнән ҡайтҡан”, – тиелә ведомство белдереүендә.

Өсәүһе лә дауаханаға һалынған, табиптар уларҙың хәлен ҡәнәғәтләнерлек тип баһалай. Улар менән аралашҡан кешеләр, шул иҫәптән рейс пассажирҙары һәм экипажы, шулай уҡ ғаилә ағзалары изоляцияланған һәм табиптар күҙәтеүе аҫтында торалар. Ауырыуҙар менән аралашыусылар көн һайын ковидҡа тест бирә.

Роспотребнадзор белгестәре халыҡҡа прививка яһатырға, ревакцинация үтергә кәңәш итә.

Ил Хөкүмәте кәңәшмәһендә Рәсәйҙең баш санитар табибы Анна Попова “омикрондың” Башҡортостанда һәм тағы ла 12 төбәктә асыҡланыуы хаҡында хәбәр итте.

 

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас