+19 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
12 Января 2022, 03:25

Благовещенда – яңы завод

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Благовещен ҡалаһына эш сәфәре барышында «КВАДРО» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең изоляция материалдары етештереү заводтын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Благовещенда – яңы заводБлаговещенда – яңы завод
Благовещенда – яңы завод

Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Благовещен ҡалаһына эш сәфәре барышында «КВАДРО» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең изоляция материалдары етештереү заводтын асыу тантанаһында ҡатнашты.

Йәмғиәт директоры Вадим Лешков һөйләүенсә, предприятиела 115 эш урыны булдырылған. Әле 95 кеше эшкә алынған, уларҙың 80 проценты — Благовещендан, ике тиҫтәгә яҡын вакансия әлегә буш. Уртаса эш хаҡы — 52 мең һум самаһы. Эшселәрҙе эшкә йөрөтөү, шулай уҡ дотациялы туҡланыу ойошторолған, медицина тикшереүе үткәрелеп тора. Яңы коронавирус инфекцияһы буйынса эпидемиологик хәлгә бәйле декабрь аҙағына 94 кеше прививка яһатҡан. Производствоны асыу өсөн инвестор заманса сәнәғәт майҙансығы төҙөгән, төп технологик ҡорамалдарҙы һәм электр ҡорамалдарын монтажлаған, биләмәне төҙөкләндергән. Башҡарылған эштәрҙең дөйөм күләме — 90% ашыу. Етештереү  ҡеүәтен йылына 24 192 тоннаға еткереү планлаштырыла. 2022 йылда проект ҡеүәтенә сығыу күҙаллана.

Автор:
Читайте нас