

“Ауыл хужалығы комплексы өлкәһендәге сәйәсәтте беҙ ҡайтанан ҡарап сығабыҙ. Бөгөн халыҡ файҙаланған ауыл хужалығы продукцияһының 40 процентын шәхси хужалыҡтар етештерһә, тағы 15 проценты менән фермер хужалыҡтары тәьмин итә”, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, кесе эшҡыуарлыҡҡа ярҙам саралары хаҡында барған ултырышта. Андрей Назаров белдереүенсә, ауылдағы кесе хужалыҡтар агросәнәғәт үҫешендә мөһим роль уйнай.
“Беҙ агросәнәғәт өлкәһендәге сәйәсәтте үҙгәртеү, агробизнесты үҫтереү юлында. Тап был тармаҡ халыҡты сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә, яңы эш урындары булдырыуға һәм ауыл биләмәләренең үҫешенә ҙур йоғонто яһай”, – тине Премьер-министр үҙ сығышында.
“Ун йыл эсендә ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙә фермерҙар индергән өлөш 2,5 тапҡырға артып, бөгөн 14 процентҡа етә, 2030 йылға был күрһәткестең 20 процентҡа артыуы көтөлә, – тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. – Бөгөн республикала ете меңдән ашыу фермер хужалығы теркәлгән, улар нигеҙҙә үҫемлекселек продукцияһы етештереү менән шөғөлләнә. Ауыл хужалығы ерҙәре дөйөм майҙандың 16 процентын биләй. Республика фермерҙары 35 процентҡа яҡын бөртөклө культура, 19 процент шәкәр сөгөлдөрө, 78 процент йәшелсә, 12 процент һөт һәм 6 процент ит етештерә”.
Фермер хужалыҡтары эшмәкәрлеге үҫешенә шулай уҡ федераль һәм төбәк программалары уңышлы булышлыҡ итә. 2019-2021 йылдарҙа дәүләт ярҙамының дөйөм күләме 2 млрд 271 млн һум тәшкил иткән.
Фото "Башинформ"дан алынды.