+1 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Января 2022, 06:59

Ковидҡа ҡаршы талаптар нисек үтәлә?

Бөгөндән башлап республикала социаль объекттарҙа, атап әйткәндә, фитнес-клубтарҙа, спорт һәм мәҙәниәт учреждениеларында, сауҙа үҙәктәрендә, шулай уҡ транспортта ковидҡа ҡаршы талаптарҙың нисек үтәлеүе тикшерелә башлаясаҡ.

Добавить в предпочтительные источники Google
Ковидҡа ҡаршы талаптар нисек үтәлә?Ковидҡа ҡаршы талаптар нисек үтәлә?
Ковидҡа ҡаршы талаптар нисек үтәлә?

Бөгөндән башлап республикала социаль объекттарҙа, атап әйткәндә, фитнес-клубтарҙа, спорт һәм мәҙәниәт учреждениеларында, сауҙа үҙәктәрендә, шулай уҡ транспортта ковидҡа ҡаршы талаптарҙың нисек үтәлеүе тикшерелә башлаясаҡ. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте.

“Был осорҙа беҙ әллә ни баҫым яһаманыҡ. Әммә баш санитар табиптың кәңәшен һәм ағымдағы хәлде иҫәпкә алып, беҙ яңынан халыҡты ҡуҙғата башларға тейешбеҙ – тип әйтеп үтте Радий Хәбиров һәм прививка яһатыу мөһимлеген тағы ла бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Кешеләр фитнес-клубтарға, мәҙәниәт учреждениеларына бара. Байрамдарҙан һуң халыҡ сауҙа үҙәктәренә йөрөй башлай, шуға күрә унда бөтә санитария-эпидемиология ҡағиҙәләре үтәлергә тейеш. Был ҡағиҙәләр барыһына ла аңлайышлы һәм билдәле”, – тине республика етәксеһе.

Ул район һәм ҡала башлыҡтарына үҙ территорияларында тикшереүҙәр уҙғарырға ҡушты.

“Коронавирус бер ҡайҙа ла китмәне. Ауырыуҙар һаны кәмеүгә ҡарап, тынысланырға түгел. Юҡ, көрәш тамамланманы әле. Бөтәһе лә арыны, кешеләр беҙҙең даими талаптарҙан йонсоно. Кешеләрҙе ышандырырға, эшләргә, һаулыҡ һаҡлау системаһын күтәренке кәйефтә тоторға кәрәк”, – тип билдәләне республика Башлығы.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас