

Белешмә: Рәшит Шәкүр 1937 йылдың 11 ғинуарында Әлшәй районының Яңы Абдрахман (Түбәнге Сумар) ауылында тыуған. Урындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, нефть техникумында уҡый, промыслала оператор булып эшләй, унан армияла хеҙмәт итә. Башҡорт дәүләт университетын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Артабан СССР Фәндәр академияһының Тел ғилеме институтында аспирантурала уҡый, 1974 йылда кандидатлыҡ, һуңынан докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.
«Башҡортостан» гәзитендә әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. БАССР Яҙыусылар союзы идараһында, «Ағиҙел» журналы, «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтендә яуаплы вазифалар башҡара. 1992 йылда Башҡортостанда энциклопедия төҙөү эшен йәнләндереп ебәрә. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәте директоры булып эшләй.
1998 — 2012 йылдарҙа - М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт теле кафедраһы профессоры.