+2 °С
Облачно
Һуңғы яңылыҡтар
11 Января 2022, 10:19

Өфө мәктәптәрендә уҡытыусыларҙы ревакцинациялау пункттары асыуҙары мөмкин

Республикабыҙ баш ҡалаһы мәктәптәрендә уҡытыусыларҙы коронавирустан ревакцинациялау пункттары ойоштороуҙары ихтимал.

Добавить в предпочтительные источники Google
Өфө мәктәптәрендә уҡытыусыларҙы ревакцинациялау пункттары асыуҙары мөмкинӨфө мәктәптәрендә уҡытыусыларҙы ревакцинациялау пункттары асыуҙары мөмкин
Өфө мәктәптәрендә уҡытыусыларҙы ревакцинациялау пункттары асыуҙары мөмкин

Республикабыҙ баш ҡалаһы мәктәптәрендә уҡытыусыларҙы коронавирустан ревакцинациялау пункттары ойоштороуҙары ихтимал. Баш ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә мэр Сергей Греков шундай тәҡдим менән сығыш яһаған.

“Уҡытыусыларҙы ревакцинациялау ваҡыты етеп килә. Мәктәптәрҙә (һәр береһендә түгел, әйтәйек, райондар буйынса) ревакцинация пункттары ойошторорға тәҡдим итәм. Уҡытыусылар, унда килеп, прививка яһата алыр ине. Был хеҙмәткәрҙәргә, ҡала хакимиәтендә эшләүселәргә лә ҡағыла”, – тине Сергей Греков.

Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас