

Кисә киң мәғлүмәт саралары Краснокама районы Яңы Нуғай ауылы янында Дүртөйлө - Нефтекама автомобиль юлының 78-се саҡрымында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеүе тураһында хәбәр иткәйне.
Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, Нефтекамала йәшәүсе 41 йәшлек водитель идара иткән Hyundai Santa Fe менән Renault Kangoo бәрелешә. Уның руле артында Өфөнән 52 йәшлек ир ултырған була. Шунан һуң Toyota Camry рулендәге 25 йәшлек ҡыҙ Renault машинаһына барып төкөй.
Аварияла Renault водителе алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында йән биргән. Renault автомобиленең өс пассажирына, шулай уҡ Hyundai водителенә һәм 38 йәшлек пассажир ҡатынға медицина ярҙамы талап ителгән.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре фажиғә сәбәптәрен асыҡлай.