-2 °С
Ясно


Башҡортостан мәктәп балаларын туризмға ылыҡтырыу буйынса программаны финанслауға федераль ҡаҙнанан 55,5 млн һум аҡса аласаҡ. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин ошо хаҡтағы ҡарарға ҡул ҡуйған. Йәмғеһе балалар өсөн туризм маршруттарын булдырған 18 төбәккә 500 млн һум күләмендә субсидия бүленгән. Мәктәп йәшендәге балаларҙы тыуған төйәктең тарихы, мәҙәниәте менән таныштырыуға йүнәлтелгән яңы программа быйыл тормошҡа ашырыла башланасаҡ. Сәйәхәттең оҙонлоғо 24 сәғәттән дә кәм булмаған туристик маршруттарҙа 5–9 класс уҡыусылары ҡатнаша ала.
Фото "Башинформ"дан алынды.