+14 °С
Облачно


Бөгөн көн елһеҙ. Шуға күрә ни сәбәптән ағастың ҡолауы билдәһеҙ.
Ваҡиға Өфөлә Свердлов урамы, 72/2-се йорт адресы буйынса теркәлгән. Ағас ҡыйбатлы сит ил машинаһының ҡап уртаһына барып төшкән һәм уны иҙгән. Төҙәтеп булмаҫ, ахыры, тигән фекерҙә транспорт сараһының хужаһы. Ғәйеплеләрҙән зыянды ҡаплатыр өсөн ул судҡа мөрәжәғәт итмәксе. Әлеге ваҡытта йорттоң идарасы компанияһы һәм педагогия университеты ятағының администрацияһы ҡолаған ағастың кем ҡарамағында булыуын асыҡлай икән.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлы сайтынан алынды.