

Яңы йыл ҡышы республика халҡын ҡарлы- буранлы һауа торошо менән ҡыуандыра. Ҡарҙың күп яуыуы айырыуса төбәктәр өсөн яҡшы. Яҙ айҙарында ерҙең дымлы, уңдырышлы булыуына өмөт уята. Ошо көндәрҙә биләмәләрҙе, ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса “Ҡышҡы өмә” акцияһы уҙғарылды. Сараға байтаҡ райондар ҡушылды, ул ҡышҡы уйындар, шыршы тирәләй әйлән- бәйлән һәм башҡа байрам саралары менән үрелеп барҙы.
Акция ирекле форматта үткәрелде һәм ул тәү сиратта ихаталарҙы ҡарҙан, сүп- сарҙан таҙаратыуҙы күҙ уңында тотто. Был сараға бик күп төбәктәрҙә үтте.
Хәйбулла районының Аҡъяр ҡасабаһында йәшәүселәр ҡар көрәүгә ҙур бер команда менән сыҡты.