+10 °С
Ясно
Һуңғы яңылыҡтар
7 Января 2022, 16:05

Үәт, ҡар яуған

Республикала көслө ҡар яуыуы арҡаһында коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән эш режимына күсте.

Үәт, ҡар яуғанҮәт, ҡар яуған
Үәт, ҡар яуған

Республикала көслө ҡар яуыуы арҡаһында коммуналь хеҙмәттәр көсәйтелгән эш режимына күсте.

Яңауыл районында ғына бөгөн урамдарға, юлдарға 10 берәмек техника, 15 хеҙмәткәр йәлеп ителгән. Бәләйбәйҙә урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн коммуналь хеҙмәттәр таңғы биштә эш урынына сыҡҡан. Юлдарҙы, тротуарҙарҙы таҙартыу өсөн  тиҫләгән берәмек техника йәлеп ителгән. Хеҙмәт ике сменала дауам итә.

Октябрский ҡалаһында ла ҡар таҙартыуға ике тапҡыр күберәк техника сыҡҡан: “Юлдарҙа ҡала кешеләре ҡалдырған автомашиналар тотҡарлыҡ яһай”,- тигән “ДорСтройРемонт” муниципаль предприятиеһы директоры Юрий Волков.

Сибай ҡалаһында ла  ҡар таҙартыуға 2 ғинуарҙа уҡ эш башланған. Ҡалала коммуналь хеҙмәттәр  ике сменала эшләй. Эшселәр юлдарҙы,тротуарҙарҙы, туҡталыштарҙы ҡарҙан таҙартты.

Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас